Мой педагогический взгляд ( на башкирском языке)

Һуңғы йылдарҙа хөкүмәтебеҙ тарафынан класс етәкселәренең эшенә иғтибар артты, был тәбиғи, сөнки ул уҡыусының белеме, тәртибе, характеры формалашыуына ғына түгел, ә киләсәге, яҙмышы, әхлаҡи йөҙө өсөн дә үҙенә яуаплы һанарға тейеш.

Бының өсөн, йәғни бала шәхесен уңышлы формалаштырыу маҡсатында мин уҡыусыларым менән икенсе кластан ошо йүнәлештә эш башланым. Тәрбиә эшемдең темаһы «Тәрбиә процессында әхлаҡлылыҡ формалаштырыу» тип билдәләнем.

Класта тәрбиә эшен ойоштороу концепцияһы төҙөлдө. Уның төп маҡсаты, идеяһы булып, үткәрелегән сараларҙың күплеге түгел, ә балаларҙы тәрбиәләүҙәге әһәмиәте, сифаты тора. Шулай уҡ тәрбиә эшен дөрөҫ тәрбиәләнеүен, сәләмәтлеген, буш ваҡытын ойоштороуға иғтибарҙы арттырыу кәрәклегенә баҫым яһалды.

Мәктәптә алынған белем һәм тәрбиә шәхестә әхлаҡлылыҡ формалаштырырға ярҙам итһен өсөн мин эште бер нисә йүнәлештә алып барҙым:

Төрлө яҡлап үҫешкән Башҡортостан гражданын тәрбиләү;, Балаларҙың изик һәм әхлаҡи һаулығын нығытыу;

Уҡытыу-тәрбиә эшендә башҡорт халыҡ педагогикаһының нигеҙҙәрен, башҡорт халыҡ йолаларын һәм традицияларын ҡулланыу һәм үҫтереү.

Класта тәртипте һаҡлау, уҡыусыларҙы тәртипкә күнектереү өсөн класс етәксеһе үҙе лә һәр саҡ уяу булырға, уҡыусыларҙың иғтибарын яулап торорға тейеш. Аңлы тәртип тәрбиләүҙә, әлбиттә, тәрбиә сараларының үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булыуын, уларҙың бер-береһенә һәр ваҡыт тәьҫир итеп тороуын иҫтә н сығармаҫҡа кәрәк.

Ауыл балаһына халыҡ педагогикаһы бик таныш. Ошондайыраҡ әңгәмәләрҙе улар бик ярата, һөйләшәкәндән һуң тынысланып ҡалалар. Бөтәһе лә аламаһа ла, күңелендә булған бала барыбер хәтеренә һалып ҡуя.

Тәртип – ул көҙгө, унда һәр кеше үҙен, ҡиәфәтен күрһәтә. Тәртип мәҙәниәте кешеләргә тәрән ихтирамға ҡайтып ҡала, ә был беҙҙең эш-ҡылынышыбыҙға һәм һөйләшеүебеҙҙә сағыла. Тәртиптең, тышҡы мәҙәнәтиәттең һәр кеше өсөн мәжбүри дөйөм ҡағиҙәләрен үҙләштереү уларға балаларҙы күнектереү ул тиклем үк ҡатмарлы ла түгел. Класс етәксеһе булараҡ мин быға балалар менән маҡсатҡа йүнәлешле эштә өлгәшергә, тейешле һөҙөмтәләр алырға тырышам. Яҡшы булырға туранан-тура өндәү, өгөтлөүгә ҡарағанда кешелек йәмғиәтендә тәртип ҡағиҙәләренең зарурлығын, уларҙы үтәүҙең ҡатмарлы булмауын һәм күңел рәхәтлеге биреүен уйын, күнегеүҙәр, тестар аша күрәһәтергә тырышам.

Бала, үткәрелгән сараның сюжетына инеп, үҙенең эштәрен анализлай, үҙен баһалай. Методик алымдар уйлағанда мин бала үҙләштергән белемдең мотлаҡ рәүештә уның эске донъяһына тәьҫир итергә тейешлегенән сығып эш итәм. Методтар бик күп төрлө: әңгәмә, диалогтар, әкиәттәрҙе, балар өсөн хикәйә һәм шиғырҙарҙы анализлау, инсценировкалау, ижади эштәр, уйын, ғәмәли эшмәкәрлек. Эшемдә файҙаланылған әхлаҡи класс сәғәттәрен, әңгәмәләр серияһын бик файҙалы тип иҫәпләйем. Улар класс етәксеһенә уҡыусының әхлаҡи белем алып, уны эмоциональ ҡабул итеп конкрет эше-ҡыланышында, үҙ-үҙен тотоуында ғәмәлгә ашырыуын күрергә мөмкинлек бирә. Был аралашыу сәғәттәрендә балалар класс етксеһе менән, шулай уҡ үҙ-ара ихлас күңелдән һөйләшәләр, уй-ниәттәрендәге хеҙмәттәшлеге дөйөм шатлыҡ ҡуя.

10 стр., 4776 слов

По татарской литературе «ӘКИЯТЛӘР ДӨНЬЯСЫНДА» (11 класс)

... белән без Мартин ьян Ивановның 1842 елда Казанда чыккан «Татарская хрестоматия” дигән китабында очрашабыз. Бу китап дәреслек сыйфатында ... ни, әбиләре, бала багучылар, гомумән, балага якын торучы һәм аны каручылар кулланып йөртәләр. Балалар фольклоры дигәннән ... җыентыкларга да күпләп кертелә башлады. Соңгы елларда балалар фольклорына игътибар тагын да артты. Әдәбиятчеләр, халык педагогикасын, музыкасын ...

Балаларҙың тәртип ҡағиҙәләрен үҙләштереүҙәренә өлгәшеүҙә мин ошондай йүнәлештәр файҙаланам:

иллюстратив йүнәлеш – ул балаларҙы күренекле шәхестәрҙең тормошо менән таныштырыу, дуҫлыҡ, намыҫ, ғәҙеллек, изгелек, бурыс тураһында хикәйә, әкиәттәр уҡыу аша ғәмәлгә ашырыла;

декаратив йүнәлеш – бала форма аша йөкмәткегә килә, шуға күрә теге йәки был ҡағиҙәне ул миңә «оҡшай, оҡмашамай» тигән фекре аша ҡабул итә;

дәлилләү йүнәлеше – тәртип ҡағиҙәһенә мөнәсәбәт форалаштырыуҙа, тимәк уны ҡабул итеҙә һәм уға эйәреүҙә хәл иткес момент булып тора. Балалар үҙҙәренә «Ни өсөн?», «Ни сәбәпле?» һорауҙары бирергә һәм уларға яуап эҙләргә тейеш.

Әхлаҡлылыҡ тәрбиәләгәндә мин халыҡ педагогикаһы принциптарына таянып эш итәм. Кластан тыш сараларҙа, тәрбиә сәғәттәрендә бер генә тапҡыр булһа ла халҡыбыҙҙың зирәклеген һынар йомаҡтар әйтелмәһә, уның бай тормош тәжрибәһе тупланған екер мәргәнлеген күрһәткән мәҡәлдәр ҡулланылмаһа, күңелгә ҡыуаныс, һаышлығы йыуаныс булған моңло йырһар тыңланылмаһа йә йырланылмаһа, балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар сәсрәтеп, уларҙы ял иттереүсе халыҡ уйындары булмаһа, ул тәрбиә сараларынан балаларыбыҙҙың ҡәнәғәт булыуы икеле. Сөнки халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, педагогикаһы улар нигеҙендә ята. Быуаттар аша беҙгә мираҫ булып ҡалған халыҡ педагогикаһы хазиналарын йәш быуынды тәрбиләүҙә файҙаланыу мөмкинлектәре ифрат ҙур һәм формалары ла күп (уйын, йыйын, һабантуй, бәйге, йолалар һ.б.).

ошондай ябай ғына юлдар менән балаларҙа изгелек, ярҙамсыллыҡ, кешелеклелек тойғолары тәрбиәләргә була. Ҡәҙерен белеп, һөҙөмтәле итеп ҡулланһаҡ, тәрбиәүи сараларҙың сифаты күтәрәлер, киләсәктә белемле, тәрбиәле шәхестәр тәрбиләй алырбыҙ, тип ыганам.

Баҡһаң, тәрбиә эшенең мөмкинлетәре киң икән. Ул үҙ эсенә уҡытыу-тәрбиә сараларының бөтәһен дә һыйҙыра: бында хеҙмәт тәрбиәһе лә, әхлаҡ тәрбиәһе лә, уҡыуға ынтылыш уятыу ҙа бар. Хатта ябай ғына физик хеҙмәт башҡарғанда ла шәхес тәрбиәләргә мөмкин.

«Доға ҡабатлауҙан иман иҫкермәй» тигәндәй, ата-бабаларҙың ҡайһы бер феһемле уәңәштәрен иҫкә төшөрөү тәрбиә эшендә бары тик файҙаға ғына, тип уйлайым.

Йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә.

Тәрбиә алымдарын насар кәйефле саҡта ҡулланмау зарур. «Аҡылһыҙ ғына аҡырып алдырыр», тигән боронғолар. Быны онотмаҫҡа кәрәк.

«Ни сәсһәң, шуны урырһың» ти халыҡ мәҡәле. Балалар тормошҡа бөтә яҡтан әҙер булып тыумайҙар. Әгәр ҙә беҙ уларҙы киләсәктә ҡыйыу, сабыр, зирәк, аҡыллы итеп күрергә теләйбеҙ икән, шулай тәрбиәләргә, киң күңеленә изгелек орлоғон үҙебеҙ һалырға тейешбеҙ.

19 стр., 9109 слов

Воспитание младших школьников на традициях народной педагогики

... обозначить проблему исследования: как сделать процесс приобщения школьников к традициям родной культуры наиболее успешным, отвечающим потребностям современного общества. Изменения, происходящие в современном ... и воспитуемости младших школьников. Воспитание младших школьников на традициях народной педагогики способствует узнаванию и укреплению национального самосознания, так важного для сохранения ...

«Ояһында ни – осҡанында шул» тигәнде лә онотмаҫҡа кәрәк. Баланың һәр аҙымын, ҡылығын һаҡ аҫтында алырға ярамай. Урынлы һм ваҡытлы кәңәш биреү, дөрөҫ юл күрһәтеү ике ят өсөн дә отошло ғына буласаҡ.