Яхина Люциә Рәис ҡыҙының сайтына рәхим итегеҙ!

Лексик тема., Грамматик тема. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

(10 Б класында үткәрелгән асыҡ дәрес планы).

Маҡсат . Ҡоштар тураһында белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, системаға һалыу, һөйөү, экологик намыҫ тәрбиәләү, ҡоштарға ҡағылышлы һынамыштарға, тыйыуҙарға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, һөйләмдә баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙең урынлашыу тәртибен үҙләштерергә ярҙам итеү, фекерләүҙе үҫтереү, үҙ аллы эшләргә өйрәтеү.

Йыһазландырыу. Ҡош һүрәттәре, презентация, ҡоштар тураһындағы китаптарҙан күргәҙмәлек.

  • Ойоштороу мәле.

-Фонетик- артикуляцион күнегеүҙәр.

Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, ҡыйҡ,ҡыйҡ, ҡый.

Гөр,гөр, гөлдөр, гөлдөр.

Бажҡ, бажҡ, быжҡ, быжҡ, ҡажҡ, ҡажҡ, ҡыжҡ .

Өкө бөкө түгел дә, бөкө өкө түгел дә, өкөнән дә, бөкөнән дә өкөлдәп “ө” түгелә.

-Өй эшен тикшереү

Презентация.

-Әңгәмә .Башҡортостанда етмешләп төр ҡош ҡышлай. Уларҙы беләһегеҙме? (Ҡышлаусы ҡоштар: ҡыҙылтүш- снегирь, һайыҫҡан – сорока, тумыртҡа- дятел, ҡарабаш турғай- синица, һуйыр- глухарь, күгәрсен- голубь, турғай- воробей, ҡор- тетеревь, сел- рябчик, ҡоҙғон- ворон, өкө- филин, ябалаҡ- сова).

Ҡышларға йылы яҡҡа китеүсе ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ? (Ҡыр ҡаҙы- дикий гусь, һандуғас- соловей, ҡарлуғас- ласточка, ҡарсыға- ястреб, ала ҡарға- ворона, торна- журавль, ҡыр өйрәге- дикая утка, кәкүк- кукушка, сыйырсыҡ- скворец).

  • Һүҙлек эше.

Файҙалы — полезный, юҡ итә — уничтожает, төрлөсә — по-разному, ярым-ҡараңғы — полутемный, һайғау — жерди, мотлаҡ — обязательно, беркетергә- прикрепить, ҡыҙылғойроҡ — шилохвость.

  • Дәреслек менән эш. 24-се күнегеү.Уҡыу, тәржемә.

-Тексты үҙләштереүҙе тикшереү. Уҡытыусы русса әйткән һөйләмдәрҙе уҡыусылар табып уҡый.

-Һорауҙарға яуап биреү.

1.Беҙ ҡоштарға нисек ярҙам итә алабыҙ?

2. Ҡыҙылғойрок ниндәй оя ярата?

3.Ҡарабаш турғай ниндәй оя ярата?

4.Сыйырсыҡ ниндәй оя ярата?

3 стр., 1099 слов

«Мин яратам сине, Башкортостан»

... кирәк.Тик шундый кеше генә ирекле, бәхетле була, туган илен ярата, башка халыкларга хөрмәт белән карый ала. Горур кеше беркайчан ... Исем китми читтә үскән Кипариска, бананга, Әче булса да, гашыйк мин Миләш белән баланга. Башкортостаннын табигате искиткеч бай, гузәл. Бу ... аткан чаклары йөрәккә сихри моң булып уелып кала. Тормыш дулкыннары мине кая гына илтмәсен, нинди генә юллар үтмим, һаман туган ягымны ...

-Ябай һөйләмдәрҙе табыу, баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙең урынын билдәләү.

-Ял минуты.

Нтрао, адһсанғу, рөбөтк.

-Әңгәмә . Халыҡ ижалында — ҡоштар. Һынамыштар.(Весной, когда первый раз слышишь голос кукушки, надо три раза кувыркнуться, тогда все будет хорошо.Если кукушка кукует раньше неба, то год будет плохим. Если раньше гром гремит- то хорошо. Если журавли кричат высоко, то урожая будет мало. Төш юрау.

  • Нимә ул “табу”.(
  • Һөйләмдәрҙе тултырып яҙыу.

…- тыныслыҡ символы.

…-ҡунаҡ килтерә.

…- бала ҡарамай.

…- урлашырға ярата.

…-күп белә.

…- тоғролоҡ символы.

-Үҙ аллы эш

-Блиц-турнир.

1.Ниндәй ҡош бала ҡарамай? (кәкүк )

2.Был ҡоштоң ҡойроғо беҙ кеүек? (ҡыҙылғойроҡ- шилохвость)

3.Ниндәй ҡоштар күрше булып йәшәргә ярата? (сыйырсыҡтар)

4.Был ҡош урлашырға ярата (һайыҫҡан).

5.Ҡанатлы йыртҡыстар араһында ҡеүәтлек , юғарылыҡ, ғорурлыҡ символы булып тора (бөркөт).

6.Туй ваҡытында донъяһын онота (һуйыр).

7.Көндәр буйы туҡтамай оса ала (яр ҡарлуғасы).

-Кроссвордты сисһәгеҙ,

-Йомғаҡлау.

-Билдәләр. Өй эше. Йыйылған мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, берәй ҡош тураһында яҙырға .