«Я — учитель!!!! на башкирском языке

—уҡытыусы.

Эссе.

Уҡытыусы —

Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп

Һине әҙерләй.

Тормоштоң ул

Көрәшсеһе итә,

Кескенәнән

Һөйә, ҡәҙерләй,

тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үҙенең иң яратҡан мөғәллимәһенә арналған шиғырында. Эйе, мөғжизәгә тыуҙырыр ҙур көскә эйә заттарҙандыр ул балаларға белем биреүселәр. Уҡытыусы белем биреүсе генә түгел, ә бала күңелен үҫтереүсе, сабыйҙың күҙендәге йондоҙ балҡышын тағы ла баҙығыраҡ итеүсе!

Уҡытыусы кеүек мәртәбәле һөнәр һайлауыма сикһеҙ ҡыуанып бөтә алмайым. Бөгөнгө ҡитғалар буталған, инаныстар ҡаҡшаған заманда тап ошо һөнәр эйәләре балаларға был донъяла үҙен табырға ярҙам итә. Ә инде тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары иңенә йөк икеләтә, йөҙләтә, меңләтә яуаплылығы менән төшә.

Кем һуң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы?!. Мин уларҙы кәрәҙҙәргә бал ташыусы бал ҡорттарына оҡшатам. Бала күңеле кәрәҙ кеүек булһа, уҡытыусы донъяның серҙәрен асып, яҡты мөнәсәбәте, нурлы ҡарашы менән унда рухи аҙыҡ һала. Уралдағы бал ҡорто башҡорт халҡының асылын асҡандай, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла фиҙакәр хеҙмәтсе, ал-ял белмәй бала күңелен моңға, нурға ҡойондороусы.

Кәрәҙ кеүек күңелдәргә

Моң һалам, малай -ҡыҙҙар.

Бар доньяны хайран итһен

Һеҙ йырлаясаҡ йырҙар!

Ҡанат ҡуйһын һәр бер һүҙем,

Ҡот ҡойһон һәр бер дәрес.

Фәһем булһын һәр күрешеү,

Файҙаға булһын һәр эш!

Күҙ һалығыҙ әле кәрәҙгә! Ул, әйтерһең, халҡыбыҙҙың мәшһүр моңдарылай, ритмға, рифмаға һалынған йыр кеүек. Һәр юлы, һәр өнө, һәр һөйләме ағып торған моң шишмәһеләй, һәр нәмә үҙ урынында. Классик башҡорт шиғриәте, әйтерһең, кәрәҙҙәй ҡойола. Шуға ла мин тап башҡорт шиғриәте аша балаларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләргә, донъяны сәнғәтсә ҡабул итеү серҙәрен асырға тырышам. Мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр” ҙа киң билдәле шундай юлдар бар:

19 стр., 9210 слов

«Роль случая в жизни человека. Л. Толстой «После бала. Роль случая ...

... Утро, изменившее жизнь, Может ли случай изменить жизнь человека?, Контраст как приём, позволяющий раскрыть идею рассказа Л.Н. Толстого «После бала» Слайд ... судьбу главного героя. Случайное событие изменило мировоззрение молодого человека, вернуло его с небес на землю, показало, что на земле есть не только любовь и прекрасные чувства. Н. Толстой «После бала» ...

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ!

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тармағыҙ!

Ошо һүҙҙәр һәр белем биреүсенең генә түгел, һәр уҡыусының да тормош девизына әүерелһен өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы көн-төн ең һыҙғанып, бал ҡортондай хеҙмәт итергә, бала күңелдәренән кәрәҙ ҡойорға, халҡы тарихына, тамырҙарға таянып, бөгөнгөнө йәмләргә, киләсәкте төҙөргә бурыслы!

Киләсәк түгел алыҫта,

Киләсәк түгел йыраҡ.

Беҙ уны бөгөн ҡоябыҙ,

Тарихты байҡап , урап!

Һәр бер баланың ғүмере

Яҡты, нурлы йыр булһын!

Һүҙ аша йөрәктәренә

Халҡының моңо тулһын!

Тулһын да йыр , ғәмәлдәрен

Изгенән итһен ерҙә!

Туған мөхит аша асһын

Ҙур донъя тигән серҙе!

Эйе, уҡытыусы һөнәренең ағасы бер көндә генә емештәрен бирмәй. Әммә кескәй генә сабыйҙарҙың күҙҙәрендә шаулар урамандар дәртен, йондоҙ булып балҡыр осҡондар тойомлаған уҡытыусы һәр миҙгелен уларҙың күңеленә бал ташыған бал ҡортолай имләүен, нур-моң менән һуғарыуын дауам итер!

Уҡытыусы өсөн иң ҙур бәхет беләһегеҙме нимә? Йылдар ү ткәс ана шул бәләкәс кенә ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың имәндәй шаулауын, бал ҡорттарындай тырыш, уңған булыуҙарын күреү! Күңеле бөтөн, көр, халҡы рухында үҫкән уҡыусыларымдың үҙҙәре киләсәктә кәрәҙ ҡойоронда һис шигем юҡ.